Матур, татыу ғаилә — ил күрке
Матур, татыу ғаилә — ил күрке Ғаилә – киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ғаилә – ул беҙҙең өй, атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Атай-әсәй – ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн, бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ. Ғаиләм — ҡәлғәм, тиҙәр, халыҡта, ул йылы усаҡ. Ғаиләле кеше үҙен ышаныслы тота, бала ла ата-әсәһе янында бәхетле үҫә. Ир бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяу. Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт. Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс. Бала - ата-инәгә алтын бағана. Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, апаһын күреп, һеңле үҫер. Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең, Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең. Улың булһа, олоҡло менән күрше бул, Ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул. Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос. Ҡыҙҙар ярата йылы һүҙ, ҡаты әйтмә, егет, түҙ. Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер. Бала күрмәгән - балдан ауыҙ итмәгән. Баланан бәхетең булһа - ҡарт көнөңдә йәш итер, Баланан бәхетең булмаһа - иртә йәштән ҡарт итер. Ҡыҙ байлығы - күркәм холоҡ, ир байлығы - тәүәккәл. Ҡыҙ күңелендә — балалы бишек, ир күңелендә — эйәрле ат. 2026 йыл Башҡортостанда "Ҙур һәм татыу ғаилә йылы" тип иғлан ителде. Ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иһә 2026 йылды "Башҡорт ғаиләһе йылы" тип билдәләне.