Әбделмәмбәт мәктәбенең ирекмәндәре даими рәүештә хаҡлы ялдағы уҡытыусыларға, яңғыҙ йәшә... — 22 мая 2026 г. в 06:02:55.137
Әбделмәмбәт мәктәбенең ирекмәндәре даими рәүештә хаҡлы ялдағы уҡытыусыларға, яңғыҙ йәшәгән оло инәй-апаларға ярҙамға йөрөйҙәр. Улар башҡарған эштәр бихисап. Бына бөгөн дә 8- се синыф уҡыусылары, улы МХО ла хеҙмәт иткән Муллағолова Зәкиә инәйгә барып, картуф баҡсаһын ҡыйҙарҙан таҙартып бик сауаплы эш башҡарҙылар. Афарин, уҡыусылар, һеҙ башҡарған изге эштәр үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!!!

