Лагерғамы әллә өләсәйгәме? 😊 — 6 июля 2026 г. в 05:27:09.654
Лагерғамы әллә өләсәйгәме? 😊 Ата - әсәләрҙе йыл да был һорау борсой. 🤭 Улым лагерға барырға үҙе теләк белдерҙе лә аҙаҡ анализ тигәнде ишетеү менән "юҡ,бармайым", тип ҡуйҙы.😂 Ә ҡыҙым "Йәш спецназ" лагеры хаҡында яҙҙан уҡ һөйләй башланы. Быйыл ул лагерҙа үҙем йөрөгәндәй булдым, сөнки ялды ойоштороусылар дөйөм чатҡа көн һайын фото, видео,репортаждар һалып барҙы. Балаларҙың шат, ҡәнәғәт йөҙҙәре, ата - әсәләрҙең вожатыйҙарға рәхмәт белдереүҙәре лагерҙың шәп үтеүенә дәлил. Йәш спецназдар көҙгөлөк "Йәйге каникулдарым" тигән иншаларында иң беренсе ошо лагерь хаҡында яҙасаҡтар. 💯Быныһы инде көн кеүек асыҡ. Миңә иртәнге күнекмәләрҙең🏃 башҡорт көйҙәре аҫтында үтеүе, Шүлгәнташҡа, Инсебикә ҡаяһына сәйәхәт итеүҙәре, ҡурай һәм уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, әкиәт сәхнәләштереүҙә балаларҙың туған телдәрендә һөйләүҙәре бигерәк тә оҡшаны. 1- се взводтың "Салауат тоҡомдары" тип аталған стена гәзите инде телһеҙ ҡалдырҙы. Афарин, балалар һәм вожатыйҙар! 🔥❤️ Бөгөн лагерҙың һуңғы көнө, ләкин балаларҙың ҡайтҡыһы килмәй.😁 Дуҫтар, ә һеҙҙең балаларығыҙ лагерға йөрөргә яратамы?

