#Уралбатырэпосыкөнө — 8 июня 2026 г. в 18:36:17.666
#Уралбатырэпосыкөнө #ДеньэпосаУралбатыр 8 июндә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән башҡорт халҡының рухи хазиналарының береһе булған "Урал батыр" эпосы көнө билдәләнде. Бөгөн ошо әһәмиәтле көндө иҫкә алыу өсөн 4-се ҡала китапханаһында "Халыҡ йөрәгендә Урал батыр" исемле район сараһы үтте. Сәләмләү һүҙҙәрен килгән ҡунаҡтарға мәҙәниәт бүлеге начальнигы Альмира Төхбатшина; Гәүһәр Фазулллина, "Етегән" башҡорт гәзите мөхәррире; Альберт Исмәғил, Башҡорт Ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе; Айһылыу Ситдиҡова, мәғариф бүлеге методисы; «Алтын башаҡ» ижад берекмәһе етәксеһе Нажия Гареева; һәм шағирә Гөлнур Зарипова еткерҙе. Эпосҡа арналған район конкурстарында еңеү яулаған балаларға айырым иғтибар бүленде. Йәш ҡатнашыусылар "Урал батыр"ҙан өҙөктәрҙе хәтерҙән ялҡынланып һөйләне. Әүҙем ҡатнашҡандары һәм алдынғы сығыштары өсөн Альмира Тимербай ҡыҙының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр. Улар араһында беҙҙең 5-се мәктәптән VIА класы уҡыусыһы Абдуллина Розалия ла булды.

