Күгәрсен ере – таланттарға бай төбәк. Ошо гүзәл тәбиғәтле ерҙә йәшәп, үҙенең эшмәкәрлег... — 10 июля 2026 г. в 10:11:46.860
Күгәрсен ере – таланттарға бай төбәк. Ошо гүзәл тәбиғәтле ерҙә йәшәп, үҙенең эшмәкәрлеге, ижады менән халыҡ ихтирамын яулаған яҡташтарыбыҙҙың береһе – Хәйҙәр Әхмәҙулла улы Минибаев. Оҙаҡ йылдар мәҙәниәт өлкәһендә фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, районыбыҙҙың мәҙәни тормошон үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Хәйҙәр ағай – Юлдыбай ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда ла һәр ваҡыт алдынғы сафта. Бөгөн Хәйҙәр ағай үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.Ауыл биләмәһе башлығы Илдар Килсенбаев юбилярҙы тәбрикләп,ҡотлау хатын һәм изге теләктәрен еткерҙе. Хәйҙәр Әхмәҙулла улын беҙ ҙә матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм бәхет, ныҡлы һаулыҡ, әле тағы күп йылдар илһамланып ижад итеүен теләйбеҙ! #КүгәрсенРайоны

