🌺Ауылдың йәме - кешеләрҙә!
🌺Ауылдың йәме - кешеләрҙә! Бикбулат ауылында тағы ла бер матур башланғыс тормошҡа ашырылды. Ауылдың ир-егеттәре, эштәрен ситкә ҡуйып, өмәгә йыйылды. Улар балалар майҙансығын һәм обелиск территорияһын ҡый үләндәренән таҙартты. "Берҙәм хеҙмәт һөҙөмтәһендә ауылыбыҙҙың йәме артты, тирә-яҡ күҙгә күренеп йәмләнеп ҡалды. Ошондай изге эштәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Афарин!" - ти бикбулаттар. #КүгәрсенРайоны