Ҡыҙыу бесән осоро башланғансы тиеп, йәйҙең бер көнөн үҙҙәренә бүлергә булды Төпсән ауыл...
Ҡыҙыу бесән осоро башланғансы тиеп, йәйҙең бер көнөн үҙҙәренә бүлергә булды Төпсән ауылы апайҙары. Милли уйындар уйнап, йомаҡтар ҡойошоп, "Ялан сәйе" ойоштороп ебәрҙеләр. Йолаға әйләнгән фотосессия ла ситтә ҡалманы: үткән йылда етен баҫыуында иҫтәлеккә фотоға төшһәк, быйыл инде- көнбағыш баҫыуы. Ямғырға һөйөнөп, ҡояшҡа үрелеп үҫкән көнбағыштар үтә лә бейегәйеп ирәбәләнеп үҫеп киткән. Именлектә уңышын йыйып, ил тыныслығында, йән тыныслығында йәйҙәрҙе йәйләп, көҙҙәрҙе ҡаршыларға насип булһын,- тиеп таралышты апай-еңгәйҙәр. #КугарчинскийРайон #ФольклорСаралар #ТөпсәнАуылКлубы #ТупчпновскийСК