Иртәнге сәғәт 8.00-ҙә Санъяп ауылы клубында урынлашҡан 2427-се һайлау участкаһы үҙ ишек...
Иртәнге сәғәт 8.00-ҙә Санъяп ауылы клубында урынлашҡан 2427-се һайлау участкаһы үҙ ишектәрен асты. Һайлау процесы ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә. Ауылдаштарыбыҙ үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәүгә бик яуаплы ҡарай — халыҡ әүҙем килә, һәр кем күтәренке кәйеф менән тауыш бирә. Участкала байрамса атмосфера: һайлаусылар өсөн сауҙа нөктәһе эшләй, шулай уҡ йәрминкә ойошторолған. Күңелле музыка яңғырай, кешеләр бер-береһе менән аралашып, яңылыҡтар менән уртаҡлаша. #Һайлау2026КүгәрсенРайоны