Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмала...
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә башҡорт телен өйрәнеү буйынса методик ярҙам күрһәтеү һәм белем биреү практикаһына «Тере һүҙ» күргәҙмә уҡыу комплекттарын индереү буйынса зональ семинар үтте. Күгәрсен район үҙәк китапханаһына балалар баҡсалары вәкилдәре йыйылды. Видеоконференцбәйләнештә сығыш яһаусылар «Тере һүҙ» стенд-плакаттарын ҡулланып башҡорт теле дәрестәрен ойоштороу буйынса ғәмәли тәҡдимдәр индерҙе. #КүгәрсенРайоны