✊Берҙәмлек көсө — еңеүҙең нигеҙе: Хоҙайбирҙин ауылында 500-сө маскировка селтәре әҙер!
✊Берҙәмлек көсө — еңеүҙең нигеҙе: Хоҙайбирҙин ауылында 500-сө маскировка селтәре әҙер! Хоҙайбирҙин ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн 500-сө маскировка селтәрен үреп бөттө. Был һан артында йөҙҙәрсә сәғәтлек тырышлыҡ, һалдаттарыбыҙға булған сикһеҙ хөрмәт һәм уларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләгән изге ниәт ята. 2023 йыл башында райондың әүҙем кешеләре тарафынан башланғыс алған был хәрәкәт бөгөн ысын мәғәнәһендә халыҡ берҙәмлегенең символына әүерелде. Бөгөн һәр ауылда тиерлек гуманитар ярҙам йыйыу ойошторолған, һәм был эштә кесеһенән олоһона тиклем барыһы ла ҡатнаша. Ошо фиҙаҡәрлек аша өлкән быуын йәштәргә илһөйәрлектең, бер-береңә терәк булыуҙың ни тиклем мөһим икәнен үҙ миҫалдарында күрһәтә. Ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашҡан һәр кешегә, был изге эште хуплап, рухи һәм материаль ярҙам күрһәтеп килгән яҡташтарыбыҙға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең тырышлығығыҙ — беҙҙең уртаҡ еңеүгә индергән ҙур өлөш. Берҙәм булғанда ғына беҙ көслөбөҙ! #КүгәрсенРайоны