Яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн социаль координаторҙар белем камиллаштырҙы — 21 августа 2026 г. в 07:11:59.102
Яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн социаль координаторҙар белем камиллаштырҙы Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында 150-ән ашыу социаль координатор махсус курстар үтте. Улар «Ауыр тормош шарттарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм яугирҙарҙың ғаиләләрен социаль-психологик яҡлау» программаһы буйынса белемен камиллаштырҙы.

