Ғафури районында Фәүзиә апай Ҡотлогилдина менән осраштыҡ. Ғафури районының талантлы, та...
Ғафури районында Фәүзиә апай Ҡотлогилдина менән осраштыҡ. Ғафури районының талантлы, танылған сәсәниәһе, интернет селтәрҙәрендә үҙен Алтынбикә тип таныта. Староста, әүҙем йәмәғәтсе, Ватан (Родина) ауылы ағинәйҙәре етәксеһе. Районда һәр эште башлап йөрөгән, тынғы белмәҫ был ханымды яратып «Беҙҙең Фәүзиә» тип тә йөрөтәләр. Фәүзиә апай осрашыу ваҡытында яңы шиғырын уҡыны. Уның рөхсәтенән ижад емешен һеҙгә лә тәҡдим итәм. -Кем был ҡыҙ?- тип һораһағыҙ, -Исеме уның Гөлнур! Үҙе уңған, бик булдыҡлы, Гөл- сәскәләрҙән матур! Аллаһы тәғәлә уға Гүзәл сифаттар биргән, Атаһы, әсәһе аша Тәрбиәлә индергән Баҫалҡы ла, ҡыйыу ҙа ул, Башҡорттоң сая ҡыҙы, Күктә түгел, ә ерҙәге Башҡортомдоң йондоҙо! Ватанды һаҡлаусылармы, Халыҡтар дуҫлығымы, Ҡунаҡ йорто, үҙе кеүек Башҡорт ҡатын-ҡыҙымы, Һәр башлаған эштәрендә Уны хөрмәт итәләр, Ышаныслы булған өсөн Бергә атлап китәләр. Бәндәбикә кеүек көслө, Рухлы башҡорт ҡыҙы ул, Илемдең күген балҡытып Нур таратҡан батыр ул! Сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡ Булһын гелән йәнәшә, Үҙе бәхетле булғандар Башҡаға ла өләшә. Тик уңыштар насип булһын Алға барған юлыңда, Илебеҙ алға барыуы Һинең дә бит ҡулыңда!