#сығарылыш2026 — 31 мая 2026 г. в 06:23:42.453
#сығарылыш2026 #выпуск2026 #детскийсадЗвездный #ГодДошкольногоОбразования #ГДОБашкортостан #ГодДошкольногообразованияБаймакскийрайон Һау бул балалар баҡсаһы Һау бул, һау бул хуш инде! Беҙҙең урынға тағы ла Кескейҙәр килер инде - тип хушлаштылар, мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре. Был сараға тиклем, әлбиттә, бөтә атай-әсәйҙәр, балалар, коллегаларым менән әүҙем эш, әҙерлек алып барылды. Музыкаға һөйөү уятыусы, Рәзилә Рәхимйән ҡыҙы, балаларға эстәлекле йырҙар, шиғырҙар, дәртле бейеүҙәр һалды. Бигерәк тә Һаубуллашыу вальсы һәр кемдең күңеленә үтеп инде. Коллегаларым байрам сараһын йәмләндереп, атай-әсәйҙәргә бай йөкмәткеле сценарий менән сығыш яһанылар. Уларҙың һәр береһе үҙ роленә инеп, ҡунаҡтарҙың иғтибарын яуланылар. Биш йыл дауамында минең менән йәнәшә, ҡулға-ҡул тотоноп эштәр алып барыусы атай-әсәйҙәремә лә ҙур рәхмәт. Һеҙ минең алыштырғыһыҙ ярҙамсыларым булдығыҙ.Бөтә сараларҙа ла һеҙҙең активлығығыҙҙың емеше булып беҙҙең еңеүҙәр торҙо. Балалар баҡсаһы менән хушлашыу сараһында ла оригиналь ҡотлауҙар менән сығыш яһап, йөрәктәге иң нескә ҡылдарҙы тибрәттегеҙ💔Балаларҙың һәр береһе аҡ роза гөлләмәләрен тотоп инеүҙәре күңелемде меңгә телгеләне. Йөрәгем ырғып сығыр хәлгә етте. Ни тиклем генә үҙебеҙҙе тоторға тырышһаҡ та, күҙ йәштәрен тыйып булманы.🥺 Хөрмәтле атай-әсәйҙәрем, ҡыҙҙарым һәм малайҙарым,иң мөһиме, барығыҙ ҙа һау-сәләмәт, оҙон ғүмерле, бәхетле булығыҙ🙏🙏🙏Кескәйҙәрем❤ беҙҙең ишек һеҙгә һәр саҡ асыҡ. Һеҙ минең йөрәгем түрендә❤Һау булығыҙ, аҡ юлдар һеҙгә минең тәүге сығарылыш ҡошсоҡтарым😘❤

