Эх минең толпар атым, — 2 февраля 2026 г. в 07:19:10.183
Эх минең толпар атым, Эх минең Аҡбуҙатым, Йондоҙҙарға осар инем Булһа ҡанатым. Ат - башҡорт халҡының тоғро дуҫы, яуҙашы, уң ҡанаты. Башҡорт аты элек-электән сыҙамлығы, көслө һәм талымһыҙ булыуы менән дан тотҡан.Башҡорт аты бәйгелә лә, хужалыҡ эштәрендә, яуҙа ла һынатмаған. Ат, йылҡы малы тураһында бик күп йырҙар, бәйеттәр, мәҡәлдәр ижад ителгән. "Бал ҡорттары" мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре яңы мәғлүмәттәр туплап, белемдәрен киңәйтеп, рәсем дәресендә иһә бик тырышып, яланда, утлауҙа йөрөгән ат һүрәтен эшләп ҡуйҙылар.

