Буллинг тураһында әңгәмә. — 26 февраля 2026 г. в 18:18:19.210
Буллинг тураһында әңгәмә. Тәртип мәҙәниәте нигеҙҙәре иң беренсе ғаиләлә һалынһа, балалар баҡсаһында ул нығытыла. Шәфҡәтлелек һәм изгелек, әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәр тураһында һөйләшеүҙәр, уйындар, дәрестәр үткәрелә. Бөгөн "Йәйғор" төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән буллинг тураһында әңгәмә - дәрес үтте. Нимә ул буллинг? Уның хаҡында нимә беләбеҙ? Буллинг – коллективта бер кешенең икенсе берәүҙе үсекләүе, кәмһетеүе, ҡыйырһытыуы, юрамал яла яғыуы, хатта ҡул күтәреүе. Был ҡайҙан килеп сыға? Ошолар тураһында балалар һөйләшеп, әңгәмәләшеп кенә ҡалманылар, бөгөн алған белемдәрен нығытып, уйнап та алдылар, маймыл балаһы тураһында видео ла ҡаранылар. В. Маяковскийҙың "Нимә ул яҡшы, нимә ул насар" шиғырын тыңланылар. Балаларыбыҙҙы һөйөүебеҙҙән, иғтибарыбыҙҙан айырмайыҡ, әйткән һәр һүҙебеҙ, һәр ҡылығыбыҙ уларҙың яҙмышында йә ыңғай, йә кире йоғонто яһауын онотмайыҡ!

