Итәктәрен әберкәләп, — 7 января 2026 г. в 12:20:28.116
Итәктәрен әберкәләп, Тәңкәләп, Ылыҫтарын шәмдәй тотоп Шәмдәлләп, Матур-матур тубырсығы Туптырҙап, Ҡупшыланып, күкрәк киреп, Тыпырҙап, Баҡсабыҙҙы нурлап тора Шыршыҡай, Үҙе көйсө, бейеүсе лә, Йырсыҡай! Алҡа, мәрйен таҡҡан, гүйә, Өләсәй, Таҡмаҡ әйтеп, әйһәйҙүкләп Көлә, шәй! Тамара Искәндәриә. "Йәйғор" төркөмөнөң балаларҙы ҡабул итеү бүлмәһен балалар менән ата-әсәләрҙең ижади эштәре- шыршылар биҙәй.

