Шатлыҡтар бәхеттәр менән — 27 декабря 2025 г. в 12:12:42.875
Шатлыҡтар бәхеттәр менән Хуш киләһең Яңы йыл! Яңы йылды ҡаршыларға Йыйылдыҡ тағы быйыл. Йәшел шырышы янына Балалар күп йыйылған. Шыршыла уттар ҡабынған, Уйынсыҡтар тағылған. Ҡарһылыу ҙа килгән беҙгә Ҡыш бабай менән бергә, Бергәләшеп, етәкләшеп Йырҙар йырлап йөрөргә. "Ҡарлуғас" өлкәндәр төркөмөндә бик күңелле Яңы йыл иртәлеге үтте. Байрамға килеүсе Ҡар бабай, Мәскәй әбей балалар менән уйындар уйнап уларҙың күңелен күтәрҙеләр, ә Тылсымлы Джин иһә балаларға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы эҙләп табырға ярҙам итте. Байрам аҙағында балалар Ҡыш бабайҙан бүләктәр алып ҡыуанып таралыштылар.

