"Бал ҡорттары" төркөмө балалары ла мөғжизәле, тылсымлы байрамды, — 29 декабря 2025 г. в 09:56:49.331
"Бал ҡорттары" төркөмө балалары ла мөғжизәле, тылсымлы байрамды, йыр-бейеүҙәр, шиғырҙар өйрәнеп, үҙ ҡулдары менән бүлмә биҙәп, һағынып көтөп алды. Ап-аҡ мамыҡ ҡарҙар яуа, Аҡҡа төрөп донъяны, Бөгөн беҙҙе үҙ янына Йәшел шыршы йыйнаны! Йырланыҡ та бергәләп, Бейенек тә бергәләп. Уйындар ҙа уйнаныҡ Елкабыҙҙы тирәләп. Һағынып көткән байрам, Барыбыҙҙың Яңы йыл! Байрам булһын мөбәрәк, Ҡотло булһын Яңы йыл!

