Балалар хәүефһеҙлеге - өлкәндәр ҡулында. — 27 декабря 2025 г. в 12:15:55.240
Балалар хәүефһеҙлеге - өлкәндәр ҡулында. Бөгөн янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте үҙәгенең янғынға ҡаршы иҫкәртеү инструкторы Ғәлин Наил Азамат улы "Йәйғор" төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында әңгәмә үткәрҙе. Өлкәндәр түбәндәгеләргә иғтибар итергә тейеш: * шырпы, ҡабыҙғыс, бенгаль уттары, шәмдәр, шартлатҡыстар балаларҙың буйы етмәҫлек урында булһын; * газ һәм электр приборҙары менән балаларға өлкәндәр булғанда ғына ҡулланырға рөхсәт итергә; * тиҙ тоҡана торған (бензин, ацетон, спирт) шыйыҡсаларҙы балалар ала алмаҫлыҡ урында һаҡларға; Балалар түбәндәге янғын хәүефһеҙлеге хаҡында ябай ҡағиҙәләрҙе белергә тейеш: * шырпы, ҡабыҙғыс менән шаярырға ярамай; * ут менән (һарайҙа, баҙҙа, сарҙаҡта) уйнарға ярамай; * пиротехника әйберҙәрен ҡулланмаҫҡа; * ҡабыҙылған электр приборҙарын ҡараусыһыҙ ҡалдырмаҫҡа. Балаға янғын ваҡытында нимә эшләргә кәрәклеген өйрәтегеҙ: * әгәр йортта ут сыҡһа, унан сығырға тырышырға кәрәк; * янғын ваҡытында карауат аҫтында йәки шкафта йәшенмә – ҡотҡарыусыларға һеҙҙе эҙләп табыу ауыр буласаҡ; * әгәр ҙә кейемең янып китһә, ергә ят та ауна. Ҡулыңды бешерһәң, һыуыҡ һыу аҫтында тот һәм өлкәндәрҙе ярҙамға саҡыр; * әгәр ҙә мөмкинлек булһа, өйҙән сығырға һәм күршеләрҙең ишеген шаҡырға; * янғын ваҡытында ата-әсәләргә йәки яҡын туғандарға шылтыратырға һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡыртыуҙы һорарға. * әгәр ҙә өйҙән сыға алмаһағыҙ, балконға йәки иң төпкө бүлмәгә инеп, ишекте ныҡ итеп ябырға ла өлкәндәргә шылтыратырға йәки тәҙрәнән ярҙам һорап ҡысҡырырға. Яңы йыл байрамдарын, каникулдарҙы хәүефһеҙ үткәрәйек. Берҙәм булайыҡ, уяу булайыҡ.

