#ДеньНациональногКостюма — 17 апреля 2026 г. в 11:27:59.231
#ДеньНациональногКостюма #МиллиКейемКөнө #УртансыларБтөркөмө Милли кейем көнөнә уртансы Б төркөмө лә ихлас ҡушылды. Алдағы көндә "Аҫылташ" этностудияһы инәйҙәре менән осрашып боронғонан тергеҙелгән кейем өлгөләре менән танышһаҡ, өләсәйҙең һандығындағы ҡомартҡыларҙы барлаһаҡ, йырлаһаҡ, уйнаһаҡ, бөгөн иһә ҡорама йәбештереп үҙебеҙ түшелдеректәр, хәситәләр эшләнек. Милли рух төшөнсәһе, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләүгә бик ҙур этәргес был.

