Башҡортостан-дуҫлыҡ иле
Башҡортостан-дуҫлыҡ иле Башҡортостан – ғәзиз ерем минең Башҡортостан – дуҫлыҡ бишеге. Моң шишмәһе, сал тарихтар иле, Һиндә асам ожмах ишеген. . Беҙҙең "Ҡурай" төркөмөндә Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған бай йөкмәткеле "Башҡортостан-дуҫлыҡ иле" исемле байрам иртәлеге үтте. Байрамса кейенгән тәрбиәләнеүселәр музыкаль залға йыйылды. Байрамға ата-әсәләр ҙә саҡырылды. . Балалар үҙҙәренең тыуған Башҡортостаны тураһында йырҙар йырланы, шиғырҙар һөйләне, матур итеп бейенеләр һәм төрлө милләт халыҡ уйындарын да уйнанылар. Һәр уйында кескәйҙәр күңел һалып ихлас ҡатнаштылар. . Тәрбиәләнеүселәр Республикабыҙҙың дәүләт билдәләре, тарихы, мәҙәниәте, "Урал батыр" эпосы тураһында белемдәрен нығыттылар. Фәһемле сара барыһының да күңеленә хуш килде. Башҡортостан Республикаһы көнө ҡотло булһын! Тыуған еребеҙ имен, бай һәм сәскә атһын!