Яҡшылыҡ булһын ашығыҙ, — 5 июня 2026 г. в 06:34:02.130
Яҡшылыҡ булһын ашығыҙ, Кеше булһын затығыҙ. Яманға юл ҡуймағыҙ, Яҡшынан баш тартмағыҙ Балалар баҡсаһында башҡорт халҡының бөйөк әҫәрҙәренең береһе – «Урал батыр» эпосына арналған ғәҙәти булмаған һәм ысын мәғәнәһендә тылсымлы - «Урал батыр» аҙналығы үтте. Әңгәмә барышында балалар Урал батырҙың кемлеген, ниндәй батырлыҡтар башҡарғанын һәм ни өсөн был легенданың Башҡортостан өсөн мөһим булыуын белделәр. Тематик мөйөштә иллюстрациялар ҡарау, китаптар менән танышыу, күргәҙмә материалдары геройҙарҙың образдарын йәнләндерергә ярҙам итә. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы һәм фекер алышыуҙа әүҙем ҡатнашты. Эпостың төп идеяһы – яуызлыҡ өҫтөнән яҡшылыҡтың еңеүе, халыҡтың именлеге өсөн үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү – һәр балаға мауыҡтырғыс хикәйәләр һәм матур иллюстрациялар аша еткерелде. Мәҙәниәткә һөйөү уятыуҙың иң яҡшы ысулы – ижад һәм уйын аша. Балалар яратҡан геройҙарын әүҙем рәүештә төшөрөп буянылар. Назарова Г.М.

