Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең һәм Мәғариф министрлығының саралар планын тормошҡ... — 8 июня 2026 г. в 12:26:00.613
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең һәм Мәғариф министрлығының саралар планын тормошҡа ашырыу сиктәрендә беҙҙең балалар баҡсаһында «Урал-батыр» эпосына арналған аҙналыҡ үткәрелде. Был ваҡыт эсендә беҙ әңгәмәләр, уйындар, күңел асыуҙар һәм башҡа саралар ойошторҙоҡ. Эшебеҙҙең төп маҡсаты — балаларҙа бәләкәйҙән үк Ватанға һөйөү, патриотизм һәм тарихыбыҙға тоғролоҡ тәрбиәләү.

