МАДОУ детский сад "Шатлык" с.Ташбулатово МР Абзелиловский район Республики Башкортостан
Лайфстайл · 3 марта 2026 г.
3 март "Ҡайынҡай" балалар баҡсаһында район кимәлендә 5-7 йәшлек талантлы 18 бала "Әсәйе... — 3 марта 2026 г. в 15:09:52.164
3 март "Ҡайынҡай" балалар баҡсаһында район кимәлендә 5-7 йәшлек талантлы 18 бала "Әсәйемдең һүрәте" тигән шәп конкурста ҡатнаштылар. Әсәй - донъяла иң ҡәҙерле кеше, уны яратырға, яҡларға һәм ярҙам итергә кәрәк. Эшләгән һүрәттәрҙе 8 март байрамына бүләк итәсәктәр. Беренсе урынды Красная Башкирия "Тирмәкәй" балалар баҡсаһынан Сабина Мулләхмәтова (6 йәш), икенсе урынды "Ҡайынҡай" балалар баҡсаһынан Диана Вәлиева (6 йәш), өсөнсө урынды Байым ауылы "Ынйы" балалар баҡсаһынан Аделина Ғәйнуллина алды. Сараның бағыусылары "Глобус" магазины һәм "Батыр" физкультура һауыҡтырыу комплексы.

