Беҙҙең балалар баҡсаһында “Һабантуй” байрамы гөрләп үтте. Һабантуй - боронғо башҡорт ха... — 30 июня 2026 г. в 08:04:55.048
Беҙҙең балалар баҡсаһында “Һабантуй” байрамы гөрләп үтте. Һабантуй - боронғо башҡорт халҡының байрамы. Ул яҙғы сәсеү эштәре тамамланғас үткәрелә. Һабантуйҙа балаларға: "Ат сабышыу”, “Тоҡ кейеп йүгереү”, “Арҡан тартышыу”, “Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү” “Күнәктәр менән һыу ташыу” “Көрәш” кеүек милли ярыштар ойошторолдо. Барлыҡ балалар ҙа уйындарҙа, ярыштарҙа ихлас ҡатнашып, әкиәт персонаждарынан "күстәнәс" алып ҡыуандылар. Һабантуй байрамы күмәк бейеү менән тамамланды. Байрамдың маҡсаты – үҫеп килеүсе быуында халыҡ йолаларына һөйөү уятыу, уның традициялары менән таныштырыу һәм балаларҙы физик яҡтан үҫтереү.

