Беҙҙең кескәйҙар, ауыл китапханаһына экскурсияға барҙы. Уларҙы халҡыбыҙҙың рухи хазинаһ... — 1 июля 2026 г. в 06:58:11.036
Беҙҙең кескәйҙар, ауыл китапханаһына экскурсияға барҙы. Уларҙы халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы "Урал батыр" эпосы менән таныштырҙыҡ. Йәнһүрәт ҡарап, ҡыҙыҡлы уйындар уйнап эпос менән таныштылар. Һәр эпос геройҙарының исемдәрен иҫкә төшөрҙөләр, ыңғай һәм кире образдарға ҡылыҡһырлама бирҙеләр. Эпос нигеҙендә ятҡан яманлыҡ һәм яҡшылыҡ, изгелек һәм яуызлыҡ төшөнсәләре тураһында әңгәмәләштеләр. Был көндә кескәйҙәр халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫы - "Урал батыр" эпосын өйрәнеүгә тәүге аҙымдар яһанылар.

