“Урал батыр” эпосы - башҡорт халыҡының изге ҡомартҡыһы. Ул быуындан-быуынға күсеп килгә... — 8 июня 2026 г. в 13:10:53.818
“Урал батыр” эпосы - башҡорт халыҡының изге ҡомартҡыһы. Ул быуындан-быуынға күсеп килгән бай хазина. “Урал батыр”ҙа халҡыбыҙҙың асылы, ғөрөф-ғәҙәте, тарихы, мәҙәниәте, йәшәүҙең мәғәнәһе, изгелек менән яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек төшөнсәләре төп урынды алып тора. “Арғымаҡ” лингвистик лагерға йөрөгән балалар “Урал батыр” эпосы көнөнә арналған сарала ҡатнаштылар. Улар эпосты тасуири уҡынылар, уҡылған өҙөктәргә һүрәт төшөрҙөләр һәм видео ҡаранылар. Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ; Яманға юл ҡуймағыҙ, Яҡшынан баш тартмағыҙ! Күңелебеҙҙәге яҡшылыҡ тирә-яҡҡа изгелек өләшһен, матурлыҡ тыуҙырһын. Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле коллегалар, ата-әсәләр “Урал батыр” эпосын уҡыйыҡ, киләһе быуынға еткерәйек!

