⚡️Халыҡ-ара ғаилә көнө менән, дуҫтар!
⚡️Халыҡ-ара ғаилә көнө менән, дуҫтар! Гөлнур Ҡыуатова һүҙҙәре Гөлдәр Ишҡыуатова көйө Атаһына оҡшаған ҡыҙ Бәхетле була тейҙәр . Мин бит һиңә оҡшағанмын Теймәһен генә күҙҙәр! "Кемдең ҡыҙы? - Атайҙыҡы!" Һәр саҡ булды яуабым... Иркәләп кенә үҫтерҙе Киң күңелле атайым. Һинең йөрөш, һинең ҡараш Күскәндер тоташ миңә, Йылмайып көлөүҙәрем дә Оҡшап тора тас һиңә. "Кемдең улы? - Әсәйҙеке!" Тигәнеңде иҫләйем... Иркәләп кенә үҫтерҙе Шат күңелле әсәйем. Бәләкәсем тип иркәләп Үҫтерҙең наҙлап кына Мин бит һинә оҡшағанмын Тормошым - бәхет кенә. "Кемдең ҡыҙы? - Атайҙыҡы!" Һәр саҡ булды яуабым... Иркәләп кенә үҫтерҙе Шат күңелле атайым. "Кемдең улы? - Әсәйҙеке!" Тигәнеңде иҫләйем... Иркәләп кенә үҫтерҙе Шат күңелле әсәйем.