Өфөлә башҡорт теле олимпиадаһы еңеүселәре тәбрикләнде — 30 июня 2026 г. в 19:29:10.395
Өфөлә башҡорт теле олимпиадаһы еңеүселәре тәбрикләнде Өфө фән һәм технологиялар университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары бүләкләнде. Рәсәй халыҡтарының туған телдәр һәм әҙәбиәт буйынса бишенсе Федераль олимпиадаһында быйыл республиканың район-ҡала мәктәптәренән 320 уҡыусы ҡатнашты. Беҙҙең лицейҙан бүләкләнгәндәр араһында 4 уҡыусы бар. Улар төрлө номинацияларға лайыҡ булһа, 9-сы класс уҡыусыһы Мирхәйҙәрова Азалия һәм 8-се класс уҡыусыһы Сафина Алина призлы урындар яуланы.

