«Милли оҫталыҡ» республика фестивале — 2026
«Милли оҫталыҡ» республика фестивале — 2026 Бөгөн Беренсе май паркында «Милли оҫталыҡ» республика фестивале ҙур тантана менән үтте. Байрамда беҙҙең лицей уҡытыусылары ла ҡатнашты. Күргәҙмәне ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашып, үҙ өлөштәрен индергән барлыҡ коллегаларыбыҙға йөрәк түренән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, дәртлегегеҙ һәм яуаплылығығыҙ арҡаһында күргәҙмәбеҙ бик сағыу, матур һәм мәғәнәле булды. Һәр ҡатнашыусы күңел йылыһын өҫтәне. 🤝 Айырым рәхмәт белдерергә теләйбеҙ: ✨ Тарханова Светлана Фарит ҡыҙына, ✨ Намниекс Алия Айҙар ҡыҙына һәм ✨ Мухамедов Ринат Миндулловичҡа — һеҙҙең ихлас ярҙамығыҙ, оҫталығығыҙ һәм сараға булған ынтылышығыҙ өсөн! Һеҙҙең тырышлығығыҙ фестивалдең ысын мәғәнәһендә күтәренке рухта үтеүенә сәбәпсе булды. Бергәләп милли мәҙәниәтебеҙҙе, атай-олатайҙарҙан ҡалған йолаларыбыҙҙы һәм рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлайбыҙ һәм киләсәк быуындарға тапшырабыҙ! 💚 #МиллиОҫталыҡ #КалининРайоны #БашҡортМәҙәниәте #МиллиМәҙәниәт #ЛицейҒаиләһе