«Аталы бала — арҡалы бала» халыҡ мәҡәле бик төплө һүҙ! 😊
«Аталы бала — арҡалы бала» халыҡ мәҡәле бик төплө һүҙ! 😊 Бына шул мәҡәлгә таянып, был аҙнала 5‑се кластар «Атайҙар көнө»нә арналған сара үткәрҙе. Сәй табыны янында тәмлекәстәр менән hыйланышып, күңелле һөйләштек, көлөштөк, шатлыҡ уртаҡлаштыҡ. Балалар башҡорт телендә шиғырҙар һөйләне — һәр бер юл өсөн күңел йылынып китте! ❤️ Атайҙарға ҡарата һәр саҡ ихлас һөйөү һәм рәхмәт кирәк. Беҙ балаларыбыҙға шуны өйрәтәбеҙ: ата — йортҡа терәк, балаға таяныс. «Атайҙар көнө» менән барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ! 🎉 #АтайҙарКөнө #5класс #МәктәпТормошо