💫8 сентябрь - Халыҡ — ара грамоталылыҡты таратыу һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телд... — 8 сентября 2026 г. в 04:33:37.006
💫8 сентябрь - Халыҡ — ара грамоталылыҡты таратыу һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө. 💫 Улар -туған һүҙҙең ҡиммәте, мәҙәниәттәрҙең байлығы һәм тел мираҫын һаҡлауҙың мөһимлеге хаҡында һөйләүсе үҙенсәлекле даталар. 🌍 🔹164-се белем биреү үҙәгендә был көн ысын мәғәнәһендә йылылыҡ бөрккән күңелле туған тел байрамына әүерелде! 💫 Тәрбиә буйынса директор кәңәшсеһе Трегубова Кристина башҡорт теле уҡытыусыһы Шакирова Гөлсибәр Искәнйәр ҡыҙы менән берлектә балалар өсөн башҡорт халҡының мәҙәниәтенә һәм теленә арналған асыҡ дәрес үткәрҙе. Был ябай ғына тәрбиәүи сара булманы, бында уҡыусылар туған телдең традициялары, тарихы һәм матурлығы донъяһына сәйәхәт иттеләр. 📖✨ 🔹Гөлсибәр Искәнйәр ҡыҙы башҡорт теленең тарихы, сағыу йолалары хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне, ҡыҙыҡлы факттарҙы бәйән итте — һәр мәғлүмәт халыҡ аҡылы китабының яңы битен асҡандай булды. Ә 3-4 класс уҡыусылары менән бергә туған башҡорт телендә йыр өйрәнеү дәрестең иң тулҡынландырғыс мәле булды. 🎼Музыка, туған телдәге һүҙҙәр менән үрелеп барып, класты берҙәмлек, йылылыҡ һәм туған тамырҙарыбыҙға һөйөү атмосфераһына тултыртырҙы. 🔹Бындай дәрестәр балаларҙың аҡыл ҡеүәһен генә киңәйтеп ҡалмай - улар мәҙәни мираҫты һаҡлай һәм быуындан-быуынға тапшыра. 👍🏻 Ҙур илебеҙҙең күп төрлө телдәрен һәм традицияларын баһаларға өйрәтә. Балаларға туған телен ишетергә, аңларға һәм яратырға ярҙам иткәндәре өсөн Гөлсибәр Искәнйәр ҡыҙына һәм ошо йүнәлештә эшләгәндәрҙең барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!