«Йәшәү йәме – ғаиләлә»- тематик сара — 10 июля 2026 г. в 10:40:32.899
«Йәшәү йәме – ғаиләлә»- тематик сара Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә ҡарата «Йәшәү йәме – ғаиләлә» исемле әҙәби — музыкаль сара үткәрелде. Ғаилә — кеше үҙе тыуҙырған иң ҙур бәхет. Ер шарында бәхетле һәм татыу ғаиләнән дә нығыраҡ берлек юҡтыр ул. Ғаилә — бер үк ваҡытта яңы тормоштоң башы ла, матур нәҫелдең дауамы ла, изге йолаларҙы һаҡлау ҙа. Ғаилә традицияларын һаҡлауға һәм балалар тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән ғаиләләрҙе байрам уңайынан тәбрикләү сараһында Искәндәр Файзуллин ҡурайҙа «Шафиҡ» һәм «Порт Артур» башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡарыуын байрам бүләге итеп ҡабул иттеләр. Тулыраҡ сайтта: haibcbs.ru/2026/07/10...

