«Ижадында илһөйәрлек рухы» китап күргәҙмәһе — 1 сентября 2026 г. в 10:10:49.620
«Ижадында илһөйәрлек рухы» китап күргәҙмәһе Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә хөрмәтле яҡташыбыҙ Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаевтың 85-йәшлек күркәм юбилейына ҡарата «Ижадында илһөйәрлек рухы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры,Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Сергей Чекмарев, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов, Фәтих Кәрим, Назар Нәжми исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаевтың әҫәрҙәре халҡыбыҙҙы рухлы булырға, туған телебеҙҙе, илебеҙҙе яратырға, үткәндәребеҙҙе онотмаҫҡа, фәһем алырға, бөгөнгөбөҙ өсөн борсолорға, киләсәккә ҡарап өмөт менән йәшәргә саҡыра. Тулыраҡ: haibcbs.ru/2026/09/01...

