Йәйҙең беренсе көнөндә илебеҙҙә һәм бөтә донъяла үҙенсәлекле байрамдарҙың береһе—Халыҡ-... — 1 июня 2026 г. в 10:00:29.018
Йәйҙең беренсе көнөндә илебеҙҙә һәм бөтә донъяла үҙенсәлекле байрамдарҙың береһе—Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Бала саҡты бәхетле итеү – һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы. Беҙ балаларыбыҙҙы һөйөүгә һәм хәстәргә сорнарға , күңел йылыбыҙҙы һәм иғтибарыбыҙҙы йәлләмәҫкә, яуызлыҡтан, насарлыҡтан һаҡларға тейешбеҙ. Шул ваҡытта беҙҙең балалар һау-сәләмәт, шат, уңышлы булыр, беҙҙең яҡты өмөттәрҙе аҡлар! Ошо байрам уңайынан беҙҙең "Йәйғор" балалар баҡсаһында матур сара булып үтте. Балаларҙы бөгөнгө байрамдары менән тәбрикләп, уларға был байрамдарҙың мәғәнәләре аңлатылды, төрлө уйындар, ярыштар ойошторолдо. Сара аҙағында бағымсыбыҙ Аптиков Бүләк Сәғәҙей улының балаларға күстәнәстәре тапшырылды. Балалар шат, ҡәнәғәт ҡалдылар. Был көндө һәр йорт балалар йылмайыуына һәм шатлығына күмелһен! Барығыҙға ла бәхет, сәләмәтлек һәм ғаилә именлеге насип булһын!

