Билдәле яҙыусылар, шағирҙар менән осрашыу — йәнгә йылылыҡ биреүсе һәм күңелдәрҙе байыты... — 14 мая 2026 г. в 16:21:26.578
Билдәле яҙыусылар, шағирҙар менән осрашыу — йәнгә йылылыҡ биреүсе һәм күңелдәрҙе байытыусы матур бер мәл. Бына ошондай тойғоно "102-се башҡорт балалар баҡсаһы"ның тәрбиәләнеүселәренә һәм педагогтарына кисерергә насип булды. 14 май көнөндә беҙҙең балалар баҡсаһында ҡунаҡта балалар яҙыусыһы, шағирә, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова булды. Кисәлә балалар күңелле йырҙар йырланы, дәртле бейеүҙәр бейене. Шулай уҡ шағирәнең ижадынан шиғырҙар һөйләнеләр. Ҡунағыбыҙ күңеленә Ахунов Динарҙың һөйләгән әкиәте, Дәүләтшин Самирҙың "Урал батыр" эпосынан өҙөк ятлауы хуш килде. Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы үҙенең шиғри күстәнәсенән дә ауыҙ иттерҙе. Балалар уның шиғырҙарын иғтибар менән тыңланылар, хатта бер нисәһен ятлап та алдылар. Был күңелле, фәһемле, ҡыҙыҡлы осрашыу барыһының да хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр, тип ышанабыҙ.

