3 март – Бөтә донъя яҙыусылар көнө. Был дата 1986 йылда Халыҡ-ара яҙыусылар клубының 12... — 3 марта 2026 г. в 04:19:39.408
3 март – Бөтә донъя яҙыусылар көнө. Был дата 1986 йылда Халыҡ-ара яҙыусылар клубының 12 – 18 ғинуарында уҙғарылған 48-се конгресы ҡарары менән ойошторола. Яҙыусылыҡ эшенең мөһимлеген, йәмғиәттә тотҡан урынын күрһәтеү маҡсаты менән тәҡдим ителгән был көн төрлө халыҡтарҙың әҙәбиәтен, мәҙәниәтен берләштерә. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы, шулай уҡ райондарҙа эшләп килгән урындағы әҙәби ойошмалар ҙа был көндө байрам итеп ҡабул итә. Әҙәбиәт һәм йәмғиәт үҫеше айырылғыһыҙ. Һүҙ көсө һәр заманда мөһим. Башҡорт әҙәбиәтенең сәсәндәр-йырауҙар ижадынан алып бөгөнгө заман әҙәбиәтенә тиклемге тарихы бик бай. Һәр ижадсы үҙ заманының вәкиле булараҡ үҙ һүҙен әйтә. Әҙәби байлығыбыҙ рухи сығанағыбыҙ булып ҡалһын, әҙиптәребеҙгә ижади ҡомары һүрелмәүен, уларҙың яңы бейеклектәргә күтәрелеүен теләйбеҙ. 3 марта – Всемирный день Писателя. Один из самых важных дней в Книжном Календаре. Всемирный день Писателя был официально утвержден в 1986 году, и вот уже почти 40 лет этот день напоминает нам о роли писателей в мире, в том числе в формировании общественного мнения и в развитии культурного диалога между людьми и странами. Поздравляем всех, кто пишет, сочиняет, фантазирует и делится своими мыслями! Пусть муза будет щедрой, а строки — живыми и точными.

