📌 "VI Бөтә донъя фольклориадаһы мираҫы" күргәҙмәһе ойошторола. — 17 июня 2026 г. в 03:51:28.429
📌 "VI Бөтә донъя фольклориадаһы мираҫы" күргәҙмәһе ойошторола. 2026 йылдың 24 июнендә, III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы башланған көндә, БР Милли музейында яңы күргәҙмә асыла. Ул Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә әҙерләнгән. Күргәҙмәлә ҡатнашҡан илдәрҙән иҫтәлекле бүләктәр, сувенирҙар, ҡунаҡтар өсөн бүләктәр, ойоштороусыларҙың кейемдәре, фотолар ҡуйыласаҡ. 🔥 Үҙәктә - Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашҡан илдәрҙең тимер аҡсаларынан торған һаҡал, төрлө милләт һәм төрлө ил граждандары ҡатнашҡан иң ҙур әйлән-бәйлән ойоштороп, рекорд ҡуйылыуы тураһында танытма.

