🌸Һәр ғаиләгә бәхет теләүҙән иртәләребеҙ башланһын. — 8 июля 2026 г. в 04:49:00.909
🌸Һәр ғаиләгә бәхет теләүҙән иртәләребеҙ башланһын. ❤️Бөгөн Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Ғаиләнең ныҡлығы - ир менән ҡатындың балалар үҫтереп, уларҙы матур тәрбиәләүе, башҡаларға өлгө күрһәтеп йәшәүендә. Ә ғаилә менән бергә башҡарған эштәр уларҙы тағы ла нығараҡ яҡынайта. Байрамдың үҙ символы бар — ул аҡ сәскә (ромашка). Элек-электән был гөл сафлыҡ һәм наҙлы мөхәббәт билдәһе булып һаналған. Шулай уҡ был көндө оҙаҡ һәм татыу йәшәгән ғаиләләргә «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» иҫтәлекле миҙалы тапшырыла. Ошо матур байрам менән барығыҙҙы ла ихлас ҡотлайбыҙ. Ғаиләгеҙ һәр ваҡыт имен торһон, йортоғоҙҙа мөхәббәт, аңлашыу һәм тоғролоҡ хөкөм итһен. Бәхет бер ҡасан да һеҙҙе һәм һеҙҙең яҡындарығыҙҙы ташлап китмәһен! Һөйөп, һөйөлөп йәшәгеҙ!

