МБДОУ "Центр развития ребёнка- детский сад №1 с. Бураево“
Лайфстайл · 17 августа 2026 г.
Беҙҙең " Баланы үҫтереү үҙәге - 1 һанлы "Гүзәл" балалар баҡсаһында башҡорт теле яңы уҡ... — 17 августа 2026 г. в 08:55:54.367
Беҙҙең " Баланы үҫтереү үҙәге - 1 һанлы "Гүзәл" балалар баҡсаһында башҡорт теле яңы уҡыу йылында "Тере Һүҙ" проектының ҡулланма материалдары буйынса өйрәнеләсәк. "Тере һүҙ" — Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә һәм киңәйтеүгә йүнәлтелгән күп профилле мәҙәни-мәғариф проекты, мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә 5–7 йәшлек балалар өсөн башҡорт телен өйрәнеүҙе еңеләйтеү маҡсатында сағыу этномәҙәни йүнәлешле күргәҙмә уҡыу комплекттарынан тора. Уларға республика тәбиғәте, ҡаҙаныштары, геройҙары, милли байрамдары тураһында мәғлүмәт тупланған плакаттар инә. Педагогтар, тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр өсөн методик рекомендациялар бирелгән. Балалар ҡулланма материал ярҙамында тәрбиәсе менән бергә Башҡортостан, туған халҡы, йолалары, тәбиғәте менән таныша, халыҡ уйындарын уйнай, башҡортса йырлай, әкиәттәр тыңлай, сәхнәләштереүҙәрҙә ҡатнаша, ябай, тере һөйләмдәр менән аралаша. Ҡағиҙәләр менән түгел, уйын аша тел моңо һеңдерелер, телде өйрәнеү байрам сараһына әүерелеп туған телде өйрәнергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ. #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #ЖивоеСлово #РоднойЯзык #Башкортостан #ВКБ #ФСГО #Борайбашкортларкоролтай #детскийсад1 #детскийсад1бураево #ГДОБашкортостан #ЭльвираАиткулова

