Балалар ғәҙәти булмаған һәм өйрәнелмәгән нимәләрҙе бик ярата. Балаларҙың ташбаҡалар тур... — 25 мая 2026 г. в 09:32:39.685
Балалар ғәҙәти булмаған һәм өйрәнелмәгән нимәләрҙе бик ярата. Балаларҙың ташбаҡалар тураһында күҙаллауҙарын киңәйтеү маҡсатында өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре өсөн "Беҙҙең дуҫтыбыҙ ташбаҡа" дәресе үткəрелде. Дəрес барышында балалар ташбаҡаларҙың төрҙәрен өйрәнделәр, ҡайҙа йәшәүҙәрен һәм нимә менән туҡланыуҙарын белделәр. Тәрбиәләнеүселәр ташбаҡалар һәм башҡа хайуандар өсөн тирə яҡ мөхитте һәм океанды бысратыуҙың ниндәй зыян килтереүен танынылар. Экологияны һаҡлап һәм хайуандарға ихтирам менән ҡарап ҡына уларҙың популяцияһын һаҡлап ҡалырға мөмкин.

