Туған телде өйрәнеү – ул алға атлау. Ғалимдар күптән туған телен белгән балаларҙың хәте... — 14 августа 2026 г. в 13:07:02.427
Туған телде өйрәнеү – ул алға атлау. Ғалимдар күптән туған телен белгән балаларҙың хәтере, фекерләүе яҡшыраҡ үҫешеүен, улар башҡа телдәрҙе еңелерәк өйрәнеүен, үҙҙәрен ышаныслыраҡ тойоуын иҫбатлаған. Кем икәнен, ҡайҙан икәнен белгән бала көслө рухлы булып үҫә. Беҙ телде генә түгел, тамырҙарыбыҙҙы ла һаҡлайбыҙ. Ә тамырһыҙ ағас үҫмәй. “Тере һүҙ” проекты – ул хеҙмәттәшлеккә саҡырыу. Беҙ һеҙҙең ярҙамға мохтаж, уртаҡ сараларға һәр саҡ асыҡ. Был бергәләп атҡара торған эш. Проекттың маҡсаттары : - Балаларҙы Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәте, йолалары, тәбиғи һәм тарихи-мәҙәни мираҫы менән таныштырыу. -Башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу үҫтереү. -Педагогтарға мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың этномәҙәни һәм тел үҫеше йәһәтенән ФГОС һәм ФОП до талаптарын тормошҡа ашырырға ярҙам итеү.

