Балалар баҡсаһында сығарылыш иртәлектәре тәрбиәләнеүселәр һәм ата-әсәләр өсөн айырыуса ... — 25 мая 2026 г. в 06:34:53.259
Балалар баҡсаһында сығарылыш иртәлектәре тәрбиәләнеүселәр һәм ата-әсәләр өсөн айырыуса тулҡынландырғыс ваҡиға. 19 май көнө "Ләйсән" балалар баҡсаһында "Йәйғор" мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө балалары өсөн сығарылыш иртәлеге булып үтте. Балалар үҙҙәренең балалар баҡсаһында алған белемдәрен күрһәтеп, ата – әсәләрҙе ҡыуандырҙылар, дәртле бейеүҙәре, йырҙары, шиғырҙары менән һәр кемдең күңелен арбанылар. Ата-әсәләр балаларҙы ҡотлап иң изге теләктәрен теләнеләр һәм бүләктәрен бирҙеләр. Баҡса мөдире- Иҫәндәүләтова Айгөл Ринат ҡыҙы, балалар баҡсаһы тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәләргә Рәхмәт хаты, тәрбиәләнеүселәргә Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы. Ҡәҙерле балаларыбыҙға мәктәп тормошонда тик уңыштар ғына теләйбеҙ!

