Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты сиктәрендә тормошҡа ашырылған «Тере һүҙ» проек... — 28 августа 2026 г. в 11:03:30.960
Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты сиктәрендә тормошҡа ашырылған «Тере һүҙ» проекты буйынса «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы Башҡортостандың мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында 5–7 йәшлек балаларға башҡорт телен өйрәтеү өсөн күргәҙмә - уҡыу әсбаптары сығарҙы. Был әсбаптар Өфө ҡалаһының 202-се Полилингваль балалар баҡсаһына ла тапшырылды. Бөгөн балалар уларҙы ҡулланып "Урал батыр" эпосын өйрәнеүҙе дауам итте. Этномәҙәни компонентлы һәм сағыу дизайнлы сюжетлы картиналар балаларға “Урал батыр» эпосының геройҙарын төптән өйрәнергә, тыуған мәҙәниәткә һәм телгә ҡыҙыҡһыныу уятырға ярҙам итә.

