Йәйҙең йәмле көндәренең береһендә хөрмәтле педагогик хеҙмәт ветераны, башҡорт теле һәм ... — 11 июня 2026 г. в 14:40:23
Йәйҙең йәмле көндәренең береһендә хөрмәтле педагогик хеҙмәт ветераны, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ибраһимова Миңлегөл Әхтәм ҡыҙы үҙенең күркәм ғүмер байрамын - 70 йәшлек юбилейын билдәләй. 🎉 🎈 Ибраһимова Миңлегөл Әхтәм ҡыҙы 1956 йылдың 10 июнендә Ейәнсура районы Ҡарабәрҙе ауылында тыуған. Башланғыс класты тыуған ауылында тамамлап, артабан уҡыуын Ю.Гагарин исемендәге Күмертау мәктәп-интернатында дауам итә. 1970-1973 йылдарҙа Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика мәктәп-интернатында белем ала. 📚 Туған телгә булған һөйөүе уны артабан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға алып килә. 1979 йылда институтты тамамлап, ҡулына диплом алғас, йәш белгес хеҙмәт юлын Теләүембәт урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. 👮♀️ 1979-1989 йылдар дәүерендә Миңлегөл Әхтәм ҡыҙы үҙен икенсе һөнәр өлкәһендә лә һынап ҡарай, ул Эске эштәр министрлығы бүлегендә бәлиғ булмағандар эштәре буйынса участок хеҙмәткәре булып эшләй. 🏫 1989 йылдан Миңлегөл Әхтәм ҡыҙы Мораҡ Башҡорт гимназияһында рус һәм башҡорт теле уҡытыусыһы булып хеҙмәтен дауам итә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы башҡорт рухлы балалар үҫтереп, уларҙа туған телгә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй. 🏆 Миңлегөл Әхтәм ҡыҙының уҡыусылары төрлө район, республика кимәлендәге олимпиада һәм конкурстар еңеүселәре булып дан ала. Ә уҡытыусының үҙенең хеҙмәте Рәсәй һәм республика фән һәм мәғариф министрлығының, Күгәрсен районы хәкимиәтенең, район мәғариф бүлегенең маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән баһалана. 📜 💐 Хөрмәтле Миңлегөл Әхтәм ҡыҙы! Һеҙҙе матур юбилейығыҙ менән ысын йөрәктән тәбрикләйбеҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, рухи сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ. Яҡты уй-хыялдар, киләсәккә ышаныс, күңел бөтөнлөгө менән артабан да ғүмер үрҙәренә артылырға, балаларығыҙҙың күңел йылыһын тойоп, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең уңыштарына һөйөнөп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға күмелеп, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын! Килер көндәрегеҙ яҡты һәм ҡыуаныслы мәлдәргә бай булһын! 🌹✨ 🎊 Ҡотло булһын күркәм юбилейығыҙ, Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙөгөҙ. Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхет менән Үтһен һәр бер килер көнөгөҙ. 🌟 Ҙур уңыштар юлдаш булһын һеҙгә, Ә көндәрҙе шатлыҡ биҙәһен. Сәләмәтлек - ярты бәхет, тиҙәр, Ошо бәхет ситләп үтмәһен! Ҡотлау менән Мортаза Рәхимов исемендәге Мораҡ Башҡорт гимназияһы коллективы. 💐🎓