МБОУ Башкирская гимназия им.М.Г.Рахимова с.Мраково
Образование · 22 сентября 2026 г.
7-се кластар беренселәрҙән булып ветерандарға ярҙамға барҙы 🤝
7-се кластар беренселәрҙән булып ветерандарға ярҙамға барҙы 🤝 Көҙҙөн сағыу, матур көнөндә 7а класы уҡыусылары класс етәкселәре Альбина Исмәғил ҡыҙы менән үҙҙәренең класына беркетелгән педагогик хеҙмәт ветерандарына ярҙамға барып килде 🍂 Флүрә Фәрит ҡыҙына уҡыусылар емеш-еләк ағастарына, күп йыллыҡ сәскәләргә һыу һибеп ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә ярҙам итте 🌳💧 Көҙ еткәс ишек алдында эш күбәйә, Әхәт Әхмәт улы менән егеттәр ҡойолған ҡоро япраҡтарҙы йыйҙылар, ҡыҙҙар йорт тирәһен һеперҙеләр 🍁🧹 Оло быуынға ярҙам итеү, ихтирам күрһәтеү беҙҙең бурыс ❤️ Беҙҙең ветерандар ҡыуанып, рәхмәттәр әйтеп оҙатып ҡалдылар 😊