МБОУ Башкирская гимназия им.М.Г.Рахимова с.Мраково
Образование · 11 сентября 2026 г.
🎉 Милли кейем көнө — беҙҙең гимназияла ҙур байрам! 🎉
🎉 Милли кейем көнө — беҙҙең гимназияла ҙур байрам! 🎉 📅 2020 йылдан алып апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнгән, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған Милли кейем көнө беҙҙең гимназиябыҙҙа һәр ваҡыт ҙур байрам булып тора. 🌺 😊 Был көндө хатта тәнәфестәрҙә күңелле үтә. Бөгөн башланғыс кластарҙың да тәнәфестәре күңелле үтте. 🎈 🎲 Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Альбина Исмәғил ҡыҙы 1"б" класы уҡыусылары өсөн "Милли кейемде беләһенме?" өҫтәл уйынын үткәрҙе, Айгөл Рәил ҡыҙы уҡыусыларҙы командала уйындар уйнатты. 🧩 👗 Уҡыусылар милли кейемдәргә бағышланған өҫтәл уйындары уйнанылар, пазлдар йыйҙылар, командаға бүленеп мәҡәл-әйтемдәр белеүгә көс һынаштылар. 🏆 💖 Төрлө ярыш, уйындар уҡыусыларҙың күңелендә милли кейемгә, дуслыҡ, татыулыҡҡа ҡарата ихтирамдарын тағы ла арттырыр тип ышанабыҙ. ✨