МБОУ Башкирская гимназия им.М.Г.Рахимова с.Мраково
Образование · 10 сентября 2026 г.
Гимназиябыҙ уҡытыусылары – Башҡортостан Башлығы менән осрашты 📚✨
Гимназиябыҙ уҡытыусылары – Башҡортостан Башлығы менән осрашты 📚✨ 9 сентябрҙә Өфөләге Студенттар кампусында Рәсәй халыҡтары телдәре көнө уңайынан Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел уҡытыусылары менән осрашты. 🤝 Сарала гимназиябыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ф.А. Ибраһимова, Р.Ю. Азаматова, А.И. Мәликова, А.Х. Юлдашев һәм А.Р. Вәлиева ҡатнашты. 👩🏫👨🏫 Әйткәндәй, Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө илебеҙҙә быйыл тәүге тапҡыр билдәләнде. 📅 Был дата Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2025 йылдың 4 ноябрендәге Указы менән раҫланған. Осрашыуҙа милли мәғарифтың киләсәге хаҡында йәнле һөйләшеү булды. 💬 Төп темалар береһе - дәрестәрҙә интерактив технологиялар һәм яңы алымдар ҡулланыу, йәш белгестәргә ярҙам күрһәтеү. 💡 Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса төбәк Башлығы мәктәп уҡыусыларының туған телдәрҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуы ҙур булыуын билдәләне. Шулай уҡ ул республикала дөйөм гражданлыҡ үҙаңы менән туған телдәрҙе өйрәнеү һәм ҡулланыу мөмкинлеге араһындағы тигеҙлекте һаҡлап ҡалыуға ирешелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. 🌍 Ошондай осрашыуҙар телебеҙҙе артабан да үҫтереүгә, уны яңы быуынға лайыҡлы итеп тапшырыуға, балалар һәм йәштәр өсөн тағы ла яҡыныраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итеүгә ҙур көс бирә. 💪❤️ #ТуғанТел #БашҡортТеле #МораҡБашҡортГимназияһы