МБОУ Башкирская гимназия им.М.Г.Рахимова с.Мраково
Образование · 29 октября 2026 г.
🤝 «Халыҡтар күп — ил берәү»🇷🇺
🤝 «Халыҡтар күп — ил берәү»🇷🇺 Бөгөн, 29 октябрҙә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Азаматова Руфина Юлай ҡыҙы һәм Маликова Альбина Исмәғил ҡыҙы 5–8-се класс уҡыусылары өсөн Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған уйын-квиз үткәрҙе. Мауыҡтырғыс һәм йөкмәткеле сарала уҡыусылар ике командаға бүленеп көс һынашты. Уйын башында балалар байрам һәм уның тарихы менән танышты. Артабан Башҡортостан тарихына, күренекле урындарына, халҡына һәм географик атамаларына арналған кроссворд систеләр, пазлдар йыйҙылар. Башҡорт милли кейемен таныу һәм төрлө милләт вәкилдәрен дөрөҫ атау буйынса ҡыҙыҡлы уйындарҙа ла әүҙем ҡатнаштылар. Сара аҙағында уҡыусылар Башҡортостаныбыҙҙың киләсәген күҙаллап, пазл киҫәктәренә һүрәт төшөрҙө һәм уларҙы бер ҙур пазлға берләштерҙе. Конкурстарҙың һәр береһе балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты! 😊 Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын, илебеҙҙә һәр саҡ тыныслыҡ булһын, ә халыҡтар берҙәм һәм татыу йәшәһен! 💚🤍💙 #БашҡортГимназияһы #ХалыҡтарБерҙәмлегеКөнө #ХалыҡтарКүпИлБерәү