МБОУ башкирский лицей им. М. Бурангулова с. Раевский
Лайфстайл · 30 апреля 2026 г.
Ике йөрәк — бер яҙмыш, бер мираҫ — 30 апреля 2026 г. в 03:40:34.621
Ике йөрәк — бер яҙмыш, бер мираҫ 27 апрелдә Раевка ауылының М.Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында Әлшәй районы мәғарифының алтын фондына ингән ике бөйөк шәхес — Долорес Һиҙиәт ҡыҙы һәм Закуан Зөфәр улы Әхмәтовтарҙың яҡты иҫтәлегенә арналған һағышлы ла, шул уҡ ваҡытта рухи яҡтан бай мөхиттә Хәтер кисәһе үтте. Был сарала бик күп абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Рәшит улы Әбелғузин, Аҡбуҙат журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан республикаһы Башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет ағзаһы Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина, Тарих фәндәре кандидаты, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Фәнил Тимерйән улы Күзбәков, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Салауат Ғайса улы Кәримов, «Ағиҙел» журналы баш мөхәррире, публицист, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин, Юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы Фәнзил Бүләк улы Санъяров, "Ағинәйҙәр ҡоро" республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, "Киске Өфө" гәзитененең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева, Әлшәй район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айҙар Тимирхан улы Солтанғолов, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, мәғариф алдынғыһы, Әлшәй районының маҡтаулы гражданины Дамир Радик улы Мостафин, Әлшәй районы мәғариф бүлеге етәксеһе Зилә Әхмәт ҡыҙы Чупова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы Рима Радик ҡыҙы Вәлиәхмәтова, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы , атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Әлшәй районының маҡтаулы гражданины Надежда Александр ҡыҙы Самойлова, Закуан Зөфәр улы һәм Долорес Һиҙиәт ҡыҙының улдары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары, ғаилә дуҫтары, хеҙмәттәштәре, уҡыусылары. Әхмәтовтар ғаиләһе районыбыҙ өсөн һәр ваҡыт үрнәк булды. Закуан Зөфәр улы оҙаҡ йылдар мәктәп директоры, район мәғариф бүлеге етәксеһе, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаларында эшләп, төбәктең социаль һәм белем биреү өлкәһенә баһалап бөтөргөһөҙ өлөш индерҙе. Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Долорес Һиҙиәт ҡыҙы — туған тел тип йән атҡан, башланғыс кластар уҡытыусыларының директор урынбаҫары булған, район башҡорт теле уҡытыусыларының методик берекмәһен етәкләгән көслө уҡытыусы ине. Ул коллегаларын Башҡортостандың төрлө мөйөштәренә сәйәхәткә алып йөрөп, офоҡтарын киңәйткән маяҡ та булды. Кисәгә йыйылған коллегалары, дуҫтары һәм яҡындары улар тураһындағы йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Икеһе лә ғүмерҙәрен йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған был пар районыбыҙҙың рухи ҡеүәте ине. Кисәлә Закуан Зөфәр улының етәкселек итеү һәләте, Долорес Һиҙиәт ҡыҙының башҡорт телен һаҡлау һәм пропагандалау өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте тураһында күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Кеше яҡты донъяға мәңгелеккә килмәй, шуға күрә һине иҫләрлек, матур хәтирәләр ҡалырлыҡ тормош юлын үтергә тырышырға кәрәк. Мәрхүмдәрҙең рухтары шат булһын. Беҙ уларҙың тормош юлын, башҡарған эштәрен хәтерләп, уларҙың рухын хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Уларҙың исемдәре беҙҙең йөрәктәребеҙҙә һәр ваҡыт һаҡланыр.

